Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайты

Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы------Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайтына рәхим итегеҙ!------Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Включить версию для слабовидящих
Төп мәғлүмәти бүлек
On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Шәхси сайт асыу теләге миндә күптән йәшәп килә ине. Ошо теләгемде тормошҡа ашырҙым, һәм шәхси сайтым минең көслө, актив эш ҡоралыма әүерелде. Сайт минең уҡытыу эшмәкәрлегем өсөн яңы мөхит; ҙур мөмкинселектәр, киңлектәр асты.

Сайттың минең эшмәкәрлегемдә ниндәй файҙалы яҡтары бар?

Беренсенән, ҡатнаш уҡытыуҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулай. Белем биреүҙе традицион һәм электрон, дистанцион уҡытыуҙы бергә ҡушып ойоштороу - бөгөнгө көн талабы.

Икенсенән, бөтә кәрәкле материалды бер урынға туплап, һәр ваҡыт ҡул аҫтында булдырыу өсөн.

Өсөнсөнән, йыйылған тәжрибәмде коллегаларым менән уртаҡлашыр өсөн. Асыҡ дәрес, төрлө сараларҙың конспекттары, презентациялары менән танышып үтә алаһығыҙ.

Дүртенсенән, каникул, карантин ваҡыттарында уҡыусыларға кәрәкле мәғлүмәттәрҙе еткерер өсөн. Дистанцион рәүештә өй эштәрен бирер өсөн.

Бишенсенән, интернет –проекттар үткәрер өсөн.

Алтынсынан, дәрескә йәки берәй сараға кәрәкле мәғлүмәттәрҙе интернеттан бик оҙаҡ эҙләп интеккәнемде хәтерләгәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына файҙалы булырҙай һылтанмаларҙы ла урынлаштырыр өсөн.

Етенсенән, дистанцион бәйгеләр үткәрер өсөн. Ярыш буйынса бөтә мәғлүмәттәрҙе сайтҡа урынлаштырам, бөтәһенә лә асыҡ, теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Һигеҙенсенән, дәрестәргә кәрәкле материалдарҙы урынлаштырыр өсөн.

Туғыҙынсынан, мәҡәләләремде урынлаштырыр өсөн.

Унынсынан, уҡыусыларҙың проект, тикшеренеү эштәрен, үҙемдең фәнни эшмәкәрлегемде сағылдырыр өсөн.

Дөйөмләштереп әйткәндә, сайтыма билдәләмә бирһәм, түбәндәгесә яңғырар ул – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының дистанцион уҡытыу элементтары менән эш итеү маҡсатында төҙөлгән шәхси уҡытыу сайты.

Сайтҡа инеү
Сайтта эҙләнеү
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Друзья сайта

Copyright MyCorp © 2024
uCoz