Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайты

Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы------Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайтына рәхим итегеҙ!------Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Включить версию для слабовидящих
Төп мәғлүмәти бүлек
On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Телем

Телем,мине бәхетле иттең,

Наҙлы иттең күңелемде,

Эй, тел генәм, һиңә генә

Арнар инем ғүмеремде.

Һин бит Аҡмулланың теле,

Һин бит Мостайҙың теле,

Һинең менән ғорурланһын

Һәр башҡорттоң күңеле.

Башҡортмон тигән һәр кеше

Һөйләшһә үҙ телендә,

Бөтмәҫ бәхет, шатлыҡ менән

Йәшәр ул үҙ илендә.

Юғалтмайыҡ бер ҡасан да,

Телебеҙ мәңгелек булһын,

Килер быуынға ул беҙҙән

Аманат булып ҡалһын.

Телем менән мин хислемен,

Телем менән мин көслө,

Әгәр һинән айырылһам,

Йәшәй алмаҫмын төҫлө .

 

Мин - бәхетле

Мин әсирмен , мине мәңгелеккә

Туған әҙәбиәт үҙенә әсир итте,

Күңелемә илһам ҡанаттары ҡуйып,

Уны һүрелмәҫлек наҙлы, хисле итте.

Мин ғашиҡмын, мин бит мәңгелеккә

Ғашиҡ булдым туған телемә,

Ошо ябай, яғымлы тел аша

Ғашиҡмындыр тыуған илемә.

Мин бәхетле, мине мәңгелеккә

Бәхеттәргә күмде шиғырҙарым,

Шиғриәткә бөтмәҫ һөйөү менән

Үтһен ине, үтһен гел йылдарым.

Сайтҡа инеү
Сайтта эҙләнеү
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Друзья сайта

Copyright MyCorp © 2024
uCoz