Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайты

Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы------Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайтына рәхим итегеҙ!------Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Включить версию для слабовидящих
Төп мәғлүмәти бүлек
On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

ХӘЙЕРЛЕ СӘҒӘТТӘ, УҠЫУСЫЛАР,  УҠЫТЫУСЫЛАР,
 САЙТ ҠУНАҠТАРЫ!!!
ҺЕҘҘЕ ҮҘЕМДЕҢ САЙТЫМДА  СӘЛӘМЛӘҮЕМӘ БИК ШАТМЫН!!!

Әсәм теле миңә - сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ.

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

                            (Рәми Ғарипов)

  Мин, Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙы, Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1987 йылдың 22 апрелендә,  тәбиғәт ҡарҙан әрселеп,  яҙ һулышы бөркөлгән миҙгелдә донъяға килгәнмен. Алты йәшемдә үҙ теләгем менән мине әсәйем Ғәлиәкбәр урта мәктәбенең беренсе синыфына уҡырға биргән. Бик иртә уҡырға инһәм дә һынатмағанмын. 2004 йылда мәктәпте тик "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға индем. Теләгем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыу ине. Сөнки миндә туған телгә, илгә һөйөү бала саҡтан килә. Был йәһәттән мин үҙемдең остазым, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Вәхит Ғөбәйт улына рәхмәтлемен. 2009 йылда уҡыуҙы уңышлы тамамлап, ҡулыма диплом алғандан һуң, Хәйбулла районының Бүребай ауылында ошо уҡ йылда ғына асылған яңы мәктәптә эш башланым. Мәктәптә эшләй башлағандан алып "Ҡаурый ҡәләм"(хәҙер "Алтын ҡаурый") түңәрәген етәкләйем. 2013 йылды "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ярымфиналға сыҡһам, 2018 йылда район этабында еңеү яуланым.

Белемемде камиллаштырыу  өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләйем. 2016 йылда Өфөлә "Федераль дәүләт белем биреү  стандарттары шарттарында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға коррекцион-педагогик ярҙам", Өфөлә Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында "Федераль дәүләт белем биреү һәм педагогтың профессиональ стандарттары шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формаллаштырыуҙың һәм үҫтереүҙең нигеҙе булараҡ системалы-эшмәкәрлекле йүнәлеш"(2017й.),  Өфөлә Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында "Федераль дәүләт белем биреү  стандарттары башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар"(2017й.).

Мин - уҡытыусы, ғәҙәти уҡытыусы ғына түгел, ә әсә теле уҡытыусыһымын. Бөйөк Рәми, Һәҙиә , Мостай теленең байлығын, аһәңлеген, ғәзиз тыуған еребеҙҙең, Ватаныбыҙҙың ҡәҙерен уҡыусыларға аңлатырға, төшөндөрөргә тырышам. Милли ғөрөф-ғәҙәттәр ҙе хөрмәтләргә,үҙ телең менән ғорурланыу хисе һәм килеп тыуған төрлө ауырлыҡтарҙы сисеү юлдарын таба белеүсе шәхес тәрбиәләү - минең төп маҡсатым. Үҙ фәнем буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн, мәғлүмәти-коммуникатив технологияларҙы ҡулланам,йәнле лә, йәмле лә, заманса  ла дәрестәр үткәрергә ынтылам. Эш тәжрибәм менән уртаҡлашыу маҡсатында шәхси сайтымды булдырҙым. Һеҙҙең кәңәш-тәҡтимдәрегеҙҙе лә көтөп ҡалам.

Сайтҡа инеү
Сайтта эҙләнеү
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Друзья сайта

Copyright MyCorp © 2024
uCoz