Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайты

Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы------Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайтына рәхим итегеҙ!------Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Включить версию для слабовидящих
Төп мәғлүмәти бүлек
On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының Хәйбулла районы Бүребай ауылының

муниципаль автономлы дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

беренсе квалификацион категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

ГӘРӘЕВА ЛИЛИӘ РӘИС ҡыҙының "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы -  2018"

регион-ара конкурс материалдарының ҡумтаһы


 

Йөкмәткеһе:

I.Үҙем тураһында һүҙем

II.Фәнни-методик эшмәкәрлегем

III.Инновацион эшмәкәрлегем

IV.Уҡыусылар, һәләтле балалар менән эшмәкәрлегем

 

I.Үҙем тураһында һүҙем

1)Мин - Бүребай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең беренсе квалификацион категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Мәктәптә 2009 йылдың авгусынан алып эшләйем.

    Сал тауҙарлы, сал тарихлы

Бөрйән ырыуынанмын,

  Нөгөш һыуын һыулаған 

 Ғәлиәкбәрҙең ҡыҙымын.

 Урман гиҙеп, белем алып 

Юл алдым далаларға,

Аҡмуллаға эйәреп,

Белем бирәм балаларға.

Тыуған илем, тыуған халҡым

Һәр саҡ күңелем түрендә.

Туған телемде уҡытам

Башҡортостандың сигендә.

Таналыҡтың буйҙарында

Балҡый Бүребай мәктәбе,

Мәғрифәткә беҙҙе әйҙәп,

Йәйеп тора ҡосағын.

Ошо мәктәптә туған телде 

Уҡытыу - минең бурысым,

Уҡытыусылар, уҡыусылар

Ышаныс, таянысым.

Дөйөм коллектив эшендә

Бар минеңдә өлөшөм,

Бейек үрҙәрҙе яуларға

Етһен аң һәм рух , көсөм.

Бар булмышым - балаларға

Белем юлын күрһәтеү,

Изгелек орлоғо сәсеп,

Яҡшылыҡҡа өйрәтеү.

Бала күңелле - ап-аҡ ҡағыҙ,

Нимә яҙһаң, шул ҡалыр,

Пак күңелгә уҡытыусы

Изгелек нуры һалыр.

Әсәйемдән килгән миңә -

Алсаҡлыҡ, әҙәплелек,

Атайымдан миңә күскән -

Тырышлыҡ, егәрлелек.

Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Егет кешегә тиҙәр,

Ә гүзәл зат Тыуған илен

Йөҙ һөнәр менән биҙәр.

Сигеү, тегеү, нағышлауға 

Кәрәк өйрәнеп ҡалыу,

Ә шулай ҙа төп шөғөлөм -

Мәктәптә белем биреү.

Спорт - йәшәүем сығанағы,

Күңелемдә сыңлай моң,

Ихлас булмай, дәртле булмай

Йәшәргә мөмкинме һуң?

Атай-әсәй, туғандарым

Һәр саҡ күңелем түрендә.

Йондоҙ булып балҡырмын мин 

Башҡортостаным, илемдә!

Минең методик темам: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙа мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар ҡулланыу"

2) Минең яратҡан шөғөлдәрем

  • Шиғырҙарым - серҙәштәрем  /vnekl/mine_shi-yr.docx
  • Башҡа яратҡан шөғөлдәрем

3)Ижтимағи эшмәкәрлегем

  • Район ағинәйҙәр хәрәкәтенең ағзаһы
  • Мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған драмтүңәрәктә ҡатнашыуым  /fotki/dramt-r-k.jpg
  • Мәктәп командаһы составындағы спорт ярыштарында ҡатнашыуым  /fotki/sport_jaryshy.jpg

II.Фәнни-методик эшмәкәрлегем

Бөгөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгелдер. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу – минең маҡсатым. Республика һәм район күләмендә үткәрелгән семинар, конференцияларҙа ҡатнашам, хеҙмәттәштәремдең тәжрибәһен өйрәнәм һәм, асыҡ дәрестәр күрһәтеп, үҙем дә эш тәжрибәм менән теләп уртаҡлашам.

1)Асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар

  • 10-сы класта "Спорт" темаһына асыҡ дәрес Хәйбулла районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарында күрһәтелде. /vnekl/tema_sport.pdf
  • "Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле" әҙәби-музыкаль сараһы  Бүребай ауылы мәктәбенең туған телдәр кафедраһы ултырышында күрһәтелде. /vnekl/bash-ort_tele_scenarij.docx
  • Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының Хәйбулла районы Бүребай ауылының  муниципаль автономлы дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2018" мәктәп конкурсында  "Аулаҡ өй" дәрес -сара күрһәтеп, еңеүгә ирештем. /vnekl/aula-j_vnekl_meropr-2-5.pdf
  • Район күләмендә үткән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2018" конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының Хәйбулла районы Бүребай ауылының  муниципаль автономлы дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 3-сө класында "Ҡоштарҙың йыйылышы" темаһына асыҡ дәрес күрһәтеп, беренселекте яуланым.

2)Мәҡәләләр, хеҙмәттәрем, сығыштар...

  • 2018 йылдың март айында Баймаҡ ҡалаһында Республика күләмендәге "Филология фәндәре уҡытыуҙың актуаль һорауҙары һәм инновациялары" йыйынтығында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар ҡулланыу" темаһына яҙылған хеҙмәтем донъя күрҙе. /doc1/bash_tele-m-bi-te_d-rest-ernd_doklad.docx
  • 2016 йылдың 2 декабрь айында Бөрө ҡалаһында республика күләмендәге "Башҡортостан Республикаһында халыҡ-ара килешеүҙе нығытыуҙа туған телдәрҙең роле" йыйынтығында "Башҡорт аш-һыуҙарының милли үҙенсәлектәре" темаһына яҙылған хеҙмәтем донъя күрҙе /gramoty/1_006.png
  • "Башҡорт телендә һөйләшәм" мәҡәләһе республиканың "Башҡортостан" гәзитендә, "Йәйләүҙәр экологик өмәлә" мәҡәләһе "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә донъя күрҙе. (Ғинуар,2018й.;июнь, 2017й.)

Район башҡорттарының ҡоролтай ултырышындағы, район уҡытыусыларының август кәңәшмәһендәге,  Хәйбулла районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарындағы,  Бүребай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  туған телдәр кафедраһы ултырышындағы сығыштарым да - эшемдең һөҙөмтәһе.  

   3) Уҡыусыларҙы шиғриәткә, әҙәбиәткә йәлеп итеү, әҙәби ижадҡа һәләте булғандарын берләштереү, һәләттәрен артабан үҫтереү, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырыу маҡсаттары менән "Ҡаурый ҡәләм"(хәҙ. "Алтын ҡаурый") әҙәби ижади түңәрәген ойошторҙом.

/vnekl/rab.prog_zolotoe_pero.doc

  • Уҡыусыларҙың ижад емештәре /doc1/ukyusylar_izhady.docx
  • Уҡыусылар ижадының һөҙөмтәләре: ике уҡыусымдың шиғырҙары  район конкурсында  ҡатнашҡандан һуң,  "Илһам шишмәһе "    йыйынтығында баҫтырылып сыҡты. /doc1/shi-yr-ar_il-am_shishm-e.docx

 

4)     Тыуған илгә мөхәббәт туған телдән башлана, ә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, уның мәҙәниәтен, байрамдарын белмәйенсә тороп, туған телде өйрәнеү мөмкин түгел.

Һәр баланың тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен һәм ҡыҙыҡһыныу - ынтылыштарын үҫтереүҙә минең кластан тыш сараларым да иғтибарға лайыҡтыр. Уларҙы юбиляр яҙыусыларға, мөһим булған билдәле көндәргә арнап үткәрәм мин. Төрлө әҫәрҙәрҙең өҙөктәрен сәхнәләштереү, спектаклдәр ҡуйыу үҙемә лә, уҡыусыларға ла оҡшай. /fotki/k.aralb_foto.jpg/fotki2/f4.jpg,/fotki2/v2.jpg

5) Муниципаль конкурстарҙа ҡатнашыуым

  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу /gramoty/img085.jpg

  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл  уҡытыусыһы - 2013»  конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу /gramoty/img047.jpg

  • "Китап минең тормошомда" район иншалар конкурсы,1 урын(2015й.)  /gramoty/img041.jpg

  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2018» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе.

III.Инновацион  эшмәкәрлегем

 Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың асылы “заманса уҡытыу” төшөнсәһе менән бәйле. Бөгөн яңыса уҡытыу – заман талабы. Ул үҙ сиратында заманса яңы метод, технологиялар ҡулланыуға иғтибарҙы йүнәлтә.  Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе уңай ҡабул итеп, заман менән бергә атлап барып, яңы педагогик технологияларҙың иң нәтижәлеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләйем.

1) Инновацион технологияларҙы белеү, өйрәнеү өсөн, инновацион эшмәкәрлек буйынса үткәрелгән конференция, семинарҙарҙа  ҡатнашыу мөһим шарттыр. Шуның өсөн дә мин һуңғы йылдарҙа бындай конференция, семинарҙарҙа актив ҡатнашырға тырышам:

  • 2012 йылдың 29 апреле - ​​​​​​"Федераль дәүләт белем биреү шарттарында инновацион педагогик алымдар" муниципаль семинары /gramoty/img023.jpg
  • 2018 йылдың 1 марты - "Филология фәндәре уҡытыуҙың актуаль һорауҙары һәм инновациялары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы  /doc1/bash_tele-m-bi-te_d-rest-ernd_doklad.docx

2)Электрон белем биреү

  • Интерактив электрон дәреслек.  Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10, 11-се  синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., 2011 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендлә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ., 2016
  • Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1
  • Электрон дәреслек "Офлайн башҡортса-русса, русса-башҡортса һүҙлек" 2016
  • "Башҡорт әҙәбиәте" предметы буйынса 5 - 11 -се класс уҡыусылары өсөн әҙәби әҫәрҙәр йыйынтығы, 2016 
  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ. , 8 класс, 2014

IV.Уҡыусылар, һәләтле балалар менән эшмәкәрлегем

Уҡыусыларҙың төрлө ярыш, конкурстарҙа ҡатнашыу  һөҙөмтәләре

Конкурстың исеме, үткәрелеү ваҡыты

Кимәле

Яуланған урын

 

"Башҡортостан  ынйылары" конкурс-фестиваленең “Оригинал декорация”номинацияһында2013 й.

район

еңеүсе

 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дистанцион олимпиада , 2012 й.

республика

3 урын

 

"Республикамды маҡтайым" иншалар конкурсы, 2011 й.

район

еңеүсе

 

"Тылсымлы әкиәттәр донъяһында" конкурсы,2012

район

1 урын

 

Башҡорт теленән дистанцион  олимпиада, 2017

Бәтә Рәсәй

1 урын

 

Йомабикә Ильясова ижадына арналған эсселар конкурсы, 2017 й.

район

номинация

 

«Илһам шишмәләре»  шиғырҙар конкурсы , 2018 й.

район

призер

 

 

/gramoty2/img043.jpg/gramoty2/img044.jpg/gramoty2/img045.jpg/gramoty2/img053.jpg

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Сайтҡа инеү
Сайтта эҙләнеү
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Друзья сайта

Copyright MyCorp © 2024
uCoz