Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайты

Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы------Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙының шәхси сайтына рәхим итегеҙ!------Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Включить версию для слабовидящих
Төп мәғлүмәти бүлек
On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Йәшәгең килһә был ерҙә,
Дуҫым һаҡла үҙ телеңде
(Ҡобайыр)

Башҡорт теле !
Ата-бабам дан йырлаған һиңә,
Ҡобайырҙар яҙған аҡ туҙға.
Маҡтау һүҙҙәремде теҙәм мин дә
Ҡарҙай ап-аҡ ҡағыҙға.
Күкрәгемдән моң ағыла, 
Йыр килә тел осона.
Һүҙҙәремде ҡойоп ҡуйҙым
Яҡшылыҡ ҡоросонан.
Ергә һеңгән ямғыр тамсыһылай,
Яман һүҙҙәр юғалыр.
Утлы, һутлы аҡ һүҙҙәрем
Күңелдәргә юл һалыр.
Аҡ һүҙҙәрем – әкиәтем
Телем хаҡында.
Һөйләгәнем үрнәк булһын
Башҡорт халҡына.
Борон-борон, тип башлайым,
Әкиәт бит шулай башлана.
(Иҫкәртәм, башҡорт туғаным,
Уҡый башлағас бер үк,
“Ҡыҙыҡ түгел” ,- тиеп ташлама.)
Тап хәҙерге көндәрҙә
Булған, ти, бер ил.
Был илдә һәр иртән
Сәскәләй ата, ти, таң.
Аҡһаҡалдар исем биргән
Яратып Башҡортостан.
Һөйләшкәндәр был илдә
Тик башҡорт телендә.
Ишетеп был моңло телде
Йондоҙ атылған күгендә,
Балыҡ ҡарпыған күлендә.
Йыраусылар йыр сығарған, 
Хөрмәтләп туған телен.
Уны халыҡ отоп алып,
Былай тип йырлаған, ти:
“Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай, ҡарт олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй һөйөклө, эй ҡәҙерле башҡорт теле.”
Башҡорт теле - минең туған телем,
Атам теле, теле халҡымдың.
Киләсәктә, мин башҡортмон, тиеп,
Теле асылыр минең баламдың.
Ҡушылған, ти, был йырға урман, ҡырҙар,
Улар ҙа бит Башҡорт иленән булған.
Ҡушылған, ти, был йырға кейек-ҡоштар,
Улар ҙа бит был ерҙәрҙә торған.
Йырлағандар бергәләшеп “Дан һиңә, дан!
Башҡорт халҡы, башҡорт теле, Башҡортостан!”
Был көндәргә хәҙер инде
Бик күп ваҡыттар үткән.
Күптән инде телебеҙҙе
Замана еле һүткән.
Замана еле халҡымдың
Телдәрен йоҙаҡланы.
Асҡыс табалғандар ғына
Үҙҙәрен ҡотҡаралыр.
Замана еле халҡымдың
Күҙҙәрен томаланы.
Күҙһеҙ халҡым нисек хәҙер
Киләсәккә күҙ һалыр? 
Замана еле халҡымдың
Аңына ағыу һала.
Аңһыҙ халыҡ үткәнгә,
Тарихҡа бағалырмы?
Аҡ һүҙемде тамамлап,
Халҡым, һеҙгә өндәшәм:
Һаҡлайыҡ Тыуған илде,
Һаҡлайыҡ туған телде.
Телебеҙ булғанда ғына,
Беҙ был ерҙә ирекле.
Һәр көн иртән илебеҙҙә 
Сәскәләй атһын ал таң.
Бергәләшеп беҙ йырлайыҡ:
“Дан һиңә, дан,
Башҡорт халҡы, башҡорт теле, Башҡортостан!”
(Тапаҡова Элиза)

Башҡортостан – ил генә

                                                                 Башҡортостан – баш илем,

                                                        Йыһандағы бишегем.

                                                                                                        (Р.Ураҡсина)

Башҡортостан – ил генәм,

Сәскә атҡан гөл генәм.

Һиндә мин тыуып үҫкәнмен,

Тик һиндә күңел генәм!

Башҡортостан – нурлы илһең,

Башҡортостан – йырлы илһең,

Тыуған ил тик берәү була

Һәр бала быны белһен!

Башҡортостан – ҡурай иле,

Дуҫлыҡ, тыныслыҡ иле.

Һиндә шатлыҡ менән яна

Һәр баланың күңеле!

Башҡортостан – гүзәл ер,

Башҡортостан – ғәзиз ер.

Ғәзиз ерен һөйгәндәргә,

Бәхетле көндәр килер!

Башҡортостан – тыуған яҡ,

Беҙ бәхетле булған яҡ.

Алыҫтарға китһәк тә,

Һағынырбыҙ беҙ һәр саҡ!

(Вәлиева Әминә,5-1и класы уҡыусыһы)

 

 

Ҡарбабай

Ҡышты мин бик яратам,

Күңелдән йыр таратам.

Ҡарҙы мин әүәләп алып,

Ҡарбабай эшләп ҡуям.

 

Ҡарбабайыма күмерҙән

Ҡап-ҡара ҡуйҙым күҙҙәр.

Танауының урынына

Ярап ҡуйҙы кишер ҙә.
 

Минең эшләгән ҡарбабай

Дуҫтарыма оҡшаны.

Улар ҙа ҡарбабай менән

Рәхәтләнеп уйнаны.

(Байғужина Регина, 5а класы уҡыусыһы)

 

 

Әсәйемә

Әсәйем минең өсөн

Кәнфиттәр алып ҡайта гел.

Әсәйемде мин яратам

Тик уның өсөн түгел!

 

Күңелле, матур йырҙар

Ул миңә йырлай.

Икәүебеҙ бергә булһаҡ,

Беҙгә күңелһеҙ булмай.

 

Үҙемдең эс серҙәремде

Әсәйемә һөйләйем гел.

Әсәйемде мин яратам

Тик уға ғына түгел!

 

Дуҫтар, мин һеҙгә әйтәмен:

Әсәйем – минең берәү!

Ер йөҙөндә әсәйемә

Табылмаҫ кеүек тиңдәр!

Айгөл Аҡҡусҡарова, 5а класы уҡыусыһы

Сайтҡа инеү
Сайтта эҙләнеү
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Друзья сайта

Copyright MyCorp © 2024
uCoz